Өфөнән Илнур Мифтахов «Евровидение» ҡатнашыусыһына үҙенсәлекле бүләк яһаны. Инстаграмда Ҡырағай башҡорт исеме менән билдәле блогер шулай уҡ йырсының әсәһен дә онотмаған. Ул Нәджибә ханымды башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары түшелдереге менән ҡыуандырҙы.
30 йәшлек егет йырсы туҡтаған ҡунаҡханаға һыбай һәм башҡорт кейемендә килгән. Уның бындай ҡыйыулығы Манижаны шунда уҡ әсир итте. Ул үҙенең ижадын яҡын күреүсе яҡташыбыҙға оло рәхмәтен еткерҙе.
Илдар Байбулатов