Республика кино сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдырған шәхес менән хушлашыуға уның хеҙмәттәштәре – режиссерҙар, телевидение һәм мәҙәниәт өлкәләрендә эшләүсе коллегалары йыйылды.
Азамат Хужәхмәтов – 50-ләп документаль, публицистик һәм музыкаль телефильм авторы. Төрлө йылдарҙа ул «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының режиссеры һәм художество етәксеһе булып эшләй. СТС Өфө телеканалы, һуңғараҡ «Башҡортостан» киностудияһын етәкләй.
Һуңғы йылдарҙа Азамат Шәриф улы «Сәләм» телеканалы режиссеры вазифаһында яңы мәғлүмәт сараһының художество биҙәлешен байытыу һәм үҙ йөҙөн булдырыуға ҙур өлөш индерҙе. Талантлы кинодокументалист һәр ваҡыт республика мәҙәни тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәне.
Уның етәкселегендә Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» Халыҡ-ара фестивале уҙғарылды. Хеҙмәттәштәре Азамат Хужахмәтовты талапсан етәксе, ярҙамсыл коллега, тәрән фекерле режиссер һәм ижадташ тип иҫкә алды.
Флорида Ким