Бөгөн Өфөнө үҫтереү йәмәғәт фонды баш ҡалала йәшәүсе йөҙләп кешегә адреслы ярҙам күрһәтте. Айырым категория граждандарға Мәскәү хәйриә фонды тарафынан бүленгән аҙыҡ-түлек продукцияһы тапшырылды.
Ойошма менән ярты йыл самаһы хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә мохтаждарға бер тоннанан ашыу ярма, макарон изделиялары, консерваланған йәшелсә таратылған.
Азат Ғәлиуллин