Өфөлә билдәле фоторәссам Рәиф Баҙыҡовтың күргәҙмәһе асылды

Сәнғәт галереяһында ойошторолған күргәҙмәлә фотографтың 60-тан ашыу ижади эше урын алды. Фотоһүрәттәр башлыса республика тормошона, билдәле шәхестәренә һәм ауыл кешеләренә бағышланған.

Репортаж жанрында төшөрөлгән фотоларҙың күбеһе «Башҡортостан Республикаһы» гәзите биттәрендә баҫтырылған. Шулай уҡ күргәҙмәлә төбәктең хозур тәбиғәтен, милли йолаларҙы сағылдырған һүрәттәрҙе күрергә мөмкин. Быйыл 75 йәшлек юбилейын билдәләгән авторҙың шәхси күргәҙмәһе 23 августҡа тиклем дауам итәсәк.

Флорида Ким