Фольклориада барышын яҡтыртҡан халыҡ хәбәрселәренә - Iphone йәки iPad

Бер аҙна дауам иткән халыҡ-ара фестивалдә тамашасылар үҙҙәрен репортер ролендә һынап ҡарай ала. Бының өсөн ҡыҙыҡлы видео йәки фоторәсем төшөрөргә кәрәк. “Минең фольклориадам” конкурсы Instagram, Facebook, Бәйләнештә социаль селтәрендә ойошторола. Яҙмалар #folkloriada2021online хештегы менән урынлаштырылырға тейеш. Еңеүсе лайктар һаны буйынса билдәләнә. Ярышҡа 10 июлдән һуң йомғаҡ яһала.