Башҡортостан Башлығы ҡалала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндерелгән күп фатирлы йорт алдарын ҡараны, “Йырлы шишмәләр паркы”нда булды. Радий Хәбировҡа элекке төрмәне күрһәттеләр. Биналар 18-се быуат аҙағында төҙөлгән. Бында заманса музей комплексы булдырыу ҡарала.