Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамаша барышын тура эфирҙа күрһәтә. Өфөлә иһә 3 фан-зона булдырылған. “Беренсе май”, “Дим” һәм “Тулҡын” мәҙәниәт һәм ял парктарында экрандар һәм тауыш аппаратуралары ҡуйылған. Трансляция алдынан был баҡсаларҙа баш ҡала ансамблдәре һәм коллективтары сығыш яһай. Унда шулай уҡ сувенирҙар һатыла, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, күргәҙмәләр ҙә асылған. Фан-биләмәләр киске ун бергә тиклем эшләй.