Бәләбәй районында сусҡа һимертеү комплексының беренсе сиратын төҙөү тамамланды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Әле инженер селтәрҙәрен һуҙыу бара. Күләмле инвестиция проекты менән бөгөн Радий Хәбиров танышты.

Республика башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, буш майҙанда заманса ҙур ферма барлыҡҡа килгән. Был индустриаль ауыл хужалығы тип атала. Төбәктә ғәмәлгә ашырылған проект 2019 йылда тәүге «Инвестиция сәғәттәре»нең береһендә ҡаралған. Комплексты төҙөүгә 980 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Уның ҡеүәте йылына 35 мең башҡа иҫәпләнгән, урындағы халыҡҡа 45 яңы эш урыны асыласаҡ.

Бөгөн хужалыҡҡа тәүге сусҡалар партияһы ҡайтырыласаҡ һәм һимертеү майҙансығы эшләй башлай. Августта Бәләбәйҙә тағы ла бер ҙур проектҡа -ит эшкәртеү заводына старт бирелә. «Таврос» компаниялар төркөмө беҙҙең өсөн ышаныслы партнер. Уларҙы артабан да үҫешергә ярҙам итәсәкбеҙ», тигән Башҡортостан башлығы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл июндә Санкт-Петербург иҡтисади форумында Радий Хәбиров һәм «Таврос» компанияһы вәкиле Рөстәм Мирғәлимов ошо турала инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйғайны. Яңы комбинат тәүлегенә 300 тонна продукция етештерәсәк.

Проект 2024 йылға тиклем ғәмәлгә ашырылырға тейеш, ошо маҡсатта 9 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. «Бөтә республика өсөн әһәмиәтле объект, пандемия шарттарында ла ҙур проекттарҙы ғәмәлгә ашырабыҙ», – тине Радий Хәбиров.

Илдар Байбулатов