Күп функциялы үҙәк күрһәткән хеҙмәттәрҙең байтаҡ өлөшө «Росреестр» даирәһенә ҡағыла. Шуға күрә ойошмалар араһында дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү эшмәкәрлеген камиллаштырыу ҡарары ҡабул ителә.
Хәҙер дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография өлкәһенә ҡағылған һорауҙар менән граждандар күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итә ала. Консультацияларҙы Росреестр идаралығы белгесе һәр айҙың тәүге шишәмбеһендә уҙғара.
Күп осраҡта консультациялар ваҡытында граждандарҙы күсемһеҙ милекте теркәү буйынса һорауҙар борсой. Юридик белеме булмағандарға кәрәкле документтарҙы туплау эше ауырға төшә һәм күп осраҡтарҙа теркәү процессы тутҡатыла. Бындай осраҡтарҙы кәметеү маҡсатында теләгән һәр кем Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеп, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таба ала. Әлеге ваҡытта бындай хеҙмәт Өфөнөң ике үҙәгендә һәм республиканың 13 ҡалаһында күрһәтелә.
Әлфинә Килдейәрова