Стюардесса һауа судноһында бала ғүмерен ҡотҡарған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Сабый әсәһе имеҙгәндән һуң аңын юғалтҡан булған. Осраҡ Нордвинд авиакомпанияһының «Өфө-Сочи» рейсында теркәлгән. Балаға ашығыс ярҙам талап ителгән.

Бортта табип булмағас, бортпровдник Наталья Ананских балаға үҙаллы йөрәк-үпкә реанимацияһы үткәрергә батырсылыҡ итә. Һөҙөмтәлә сабый тиҙ ярҙам бригадаһы килгәнсе күҙҙәрен аса. Бәпес осош тамамланғансы ата-әсәһе күҙәтеүендә ҡалған.

Гөлдәриә Йосопова