Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районында милли-мәҙәни ял үҙәге эш башланы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Үҙәкте асыу тантанаһында Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашты. Улар милләттәштәребеҙгә башҡорт телендә республикала сыҡҡан ғилми әҙәбиәт өлгөләрен бүләк итте. Силәбеләр ҡунаҡтарҙы урындағы халыҡтың ауыҙ-тел ижады менән таныштырҙы, ерле халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтте.

Милли-мәҙәни үҙәк Ҡоншаҡ районында йәшәүсе ағинәйҙәр хәрәкәте тарафынан ойошторолған. Уның ярҙамында милли-мәҙәни йолаларҙы һаҡлау һәм йәш быуынға тапшырыу күҙаллана.

Азат Ғәлиуллин