Торатауға ғалимдар десанты төштө

Your browser doesn't support HTML5 video.

Урында археологик тикшеренеүҙәр уҙғарыу һәм уның һөҙөмтәһендә шиханға менеү өсөн махсус һуҡмаҡ һалыу күҙаллана. Экспертизаның тарихи-мәҙәни әһәмиәте ҙур.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең археологик эҙләнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре яҡынса төҙөлөш эштәре алып барыласаҡ ерҙең өҫкө һәм аҫҡы ҡатламын өйрәнә.

Торатау – боронғо тәбиғи ҡомартҡы булараҡ ХХ быуат урталарынан дәүләт тарафынан яҡлау тапҡан. Экологик һуҡмаҡ төҙөлөшөн йыл аҙағында тамамлау ҡарала.

Азат Ғәлиуллин