Эштәр Юл яны сервисын үҫтереү концепцияһы сиктәрендә башҡарыла. Ҡыйыҡлы ял урындарының һәр береһе 8 кешегә иҫәпләнә, улар янында модуль бәҙрәфтәр урынлаштырыла. Бында барлыҡ уңайлыҡтар, шул иҫәптән эҫе һыу була. Бөгөнгә 10 ял итеү урыны Өфө-Бөрө-Яңауыл һәм Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск, шулай уҡ Өфө-Инйәр-Белорет һәм Магнитогорск-Ира юлдарында бар. Майҙансыҡтар асфальтланған, сүп-сар өсөн контейнерҙар менән йыһазландырылған. Сығымдарҙы кәметеү маҡсатында ҡояш батареялары файҙаланыла.