Йылға-күл буйҙарында иғтибарлы булығыҙ!

Һыу ҡорбандары арта. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, йыл башынан республика йылға-күлдәрендә 92 кеше, шул иҫәптән 13 бала батып үлгән. Статистика буйынса, уларҙың төп өлөшөн ҡарауһыҙ ҡалдырылған балалар һәм эскән килеш һыуға төшкән ир-егеттәр алып тора.