Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыусылар республика райондары һәм ҡалалары буйлап сәфәрен дауам итә. Беҙҙең республика 4 фестиваль округына бүленгән. Бөгөн тамашалар Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Асҡын райондары һәм Сибай, Нефтекама ҡалаларында дауам итә. Фольклор байрамында ҡатнашыусылар тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Һиндостандан Паван Капур башҡорт милли кейемдәрен оҡшатҡан.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФольклориадала Парагвайҙан “Айбероамерикано” фольклор ансамбле сығыш яһай. Көньяҡ Американан алыҫ араларҙы яҡынайтап килгән артистар – фестивалдең ҡәҙерле ҡунаҡтары. Ансамбль солисы София Арче ошондай мәҙәни форумдарҙың әһәмиәтен юғары баһалай.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХорватиянан Энрик Мердич Башҡортостанда беренсе тапҡыр түгел. Ул беҙҙең республика халҡының ҡунаҡсыллығы һәм йомартлығы менән һоҡлана.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөтә донъя Фольклориадаһында 37 илдән коллективтар ҡатнаша. Халыҡ-ара фестиваль 10 июлдә тамамлана.