Ҡола яланда – яңы ауыл хужалығы предприятиелары

Бәләбәй районында күләмле инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. «Таврос» компанияһы яҡынса миллиард һумлыҡ сусҡасылыҡ комплексын сафҡа индерһә, «ЭкоНива» холдингы 3550 баш һыйырға иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһы төҙөлөшөн планлаштыра.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров инвесторҙар менән осрашып, төбәктә агросәнәғәт үҫеше мөмкинлектәре хаҡында эшлекле һөйләшеү уҙғарҙы. Шулай уҡ уңайлы ҡала мөхите булдырыуға йүнәлтелгән проекттар менән танышты. Яңырыу юлында булған Бәләбәйҙән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Бәләбәй районында 35 мең башҡа иҫәпләнгән сусҡасылыҡ комплексы төҙөлөшө тамамланды. Бында хайуандарҙы 127 килограмға тиклем һимертеү ҡаралған. Заманса технологик ҡорамалдар, мал аҙығы таратыу автоматтары - яңы ферма менән республика етәксеһе Радий Хәбиров та танышты. Ике йыл элек «Инвестиция сәғәте»ндә хупланған проект сиктәрендә 45 яңы эш урыны булдырылған. «Таврос» компаниялар төркөмө августа ит эшкәртеү комбинаты төҙөлөшөн дә башлаясаҡ. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә яңы мөмкинлектәр асыла.

Ҡураларға сусҡа малы индерелеү менән, объект ябыҡ режимда эш башлаясаҡ. Дезинфекция, санитар эшкәртеүгә иғтибар юғары.

Йыл аҙағында районда эре һөтсөлөк комплексы төҙөлөшө лә башлана. Инвестор булараҡ «ЭкоНива» предприятиеһы сығыш яһай. Яңы объектҡа Рус Швейцарияһы ауылы янында участка бүленгән, хужалыҡтың производство ҡеүәте тәүлегенә йөҙ тонна булыр тип көтөлә. Радий Хәбировҡа һөт эшкәртеү заводы концепцияһын да тәҡдим иттеләр. «Яландан кәштәләргә тиклем» тулы циклда эшмәкәрлек алып барыласаҡ. Әлегә әҙер продукция республикаға Воронеж һәм Калуганан килтерелә.

Эш сәфәре башырында Радий Хәбиров район үҙәге үҫеше менән дә танышты. Бәләбәйҙең тарихи өлөшөндө күләмле реконструкция эштәре планлаштырылған. Биләмәлә ике тиҫтәнән ашыу мәҙәни мираҫ объекты урынлашҡан. Уларҙың береһе Екатерина Великая ҡушыуы буйынса төҙөлгән төрмә.

Таш объект 1775 йылда Пугачев ихтилалы ваҡытында язаға тарттырыу урыны булған. Бөгөн ул ташландыҡ хәлдә. Урындағы хакимиәт архитектураһы буйынса мөһабәт объектҡа яңы һулыш биреп, биләмәгә туристарҙы ылыҡтырырға ниәтләй.

Ҡаланың тарихи биләмәһен тулыһынса төҙөкләндереүгә 153 миллион һум аҡса талап ителә. Ошо маҡсатта «Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға проект ебәрелгән. Бәйге һөҙөмтәләре августа билдәле була. Туристик маршрут ҡаланың сауҙагәрҙәр тарихы менән дә таныштырасаҡ.

Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар Бөтә Рәсәй конкурсында Бәләбәй тәүге йыл ғына ҡатнашмай. Уңышлы башланғыстар ҙа бар. Өс аҙна элек кенә заманса төҫ алған Йырсы шишмәләр паркы асылды. Биләмәлә төҙөкләндереү эштәрен башҡарыуға федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 231 миллион һум аҡса бүленгәйне.

Күл өҫтөндө фонтандар урғыла. Улар саф һыулы инештәре менән дан тотҡан төбәкте данлай. Парктағы реконструкция барышын Радий Хәбиров шәхси контролдә тотҡайны. Эш сәфәре барышында ул йәмәғәт биләмәһенә юғары баһа бирҙе. Күп функциялы коворкинг үҙәк, амфитеатр, арт-объекттар, ағас пирс, ҡомло пляж – бында халыҡ өсөн уңайлы ял урындары булдырылған. 240 йыллыҡ тарихы булған ҡала инфраструктураһын үҫтереү буйынса ла комплекслы эш алып барыла.

Бәләбәй ихаталары ла яңы һулыш кисерә. Ҡаланың Ленин урамындағы күп ҡатлы йорттар яны республика программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелә. Ремонт эштәренә ун дүрт миллион ярым һум аҡса йүнәлтелгән. Урындағы халыҡ биләмәләге үҙгәрештәрҙе ҡыуанып күҙәтә.

«Башҡорт ихаталары» программаһы старт алыу менән Бәләбәй районында ике тиҫтәнән ашыу йорт яны төҙөкләндерелгән. Халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға иҡтисадтың йылдам үҫеше лә булышлыҡ итә.

Гөлназ Хәйбуллина