Аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙә үҫкән, балалар йортонда тәрбиәләнгән малай-ҡыҙҙарға канцелярия тауарҙары, кейем-һалым менән ярҙам итергә мөмкин. «Ғаилә» социаль үҙәгенә мөрәжәғәт итеп, изге эштәр акцияһына ҡушылырға була. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Черниковка биҫтәһендә йәшәүсе Әхмәтшәриповтар биш бала тәрбиләп үҫтергән, әммә ете кешенән торған ҙур ғаиләгә 15 квадрат метр тәшкил иткән бүлмәлә йәшәргә тура килә. Күп балалы ғаиләләргә талап ителгән торлаҡты улар унынсы йыл көтә, әммә һөҙөмтәһеҙ. Ғаризалар төрлө ведомстволарға ебәрелә.
Әхмәтшәриповтар кеүек матди ҡыйынлыҡтар кисергән ғаиләләргә балаларҙы мәктәпкә әҙерләү ҙә оло һынауға тиң. Әммә битараф булмаған һәр кеше «Уҡыусыларға ярҙамға» социаль акцияһына ҡушыла ала. «Ғаилә» үҙәгенә мөрәжәғәт итеп канцелярия тауарҙарын, кейем-һалым һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы тапшырырға мөмкин. Уртаҡ көс менән йыйылған әйберҙәр социаль үҙәк ҡарамағындағылар һәм балалар йорттарында тәрбиләнеүселәргә еткерелә.
2015 йылдан алып ғаилә үҙәгендә 500 үҫмергә ярҙам күрһәтелгән. Ҡатмарлы тормош хәленә эләккән балалар менән психологтар эш алып бара, кәрәкле саҡта юристар һәм педагогтар йәлеп ителә.
Район-ара социаль үҙәккә Өфө, Шишмә, Иглин, Нуриман, Архангел, Благовещен һәм Благовар райондарында йәшәүселәр мөрәжәғәт итә ала. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән күп осраҡта балалар уңышлы реабилитация үтеп ғаиләләренә ҡайта.
«Уҡыусыларға ярҙамға» акцияһы социаль үҙәктә унынсы тапҡыр үткәрелгән. Августҡа тиклем дауам иткән сара сиктәрендә ярҙамға мохтаж балаларға канцелярия тауарҙарын бүләк итергә мөмкин. Белем көнө алдынан малай-ҡыҙҙар уҡыу кәрәк-яраҡтарын түҙемһеҙләнеп көтә.
Флорида Ким