«Инмаш» концерны Стәрлетамаҡ ҡалаһында производство майҙандарын, продукция ассорттиментын киңәйтеүгә 716 миллион һум аҡса йүнәлтәсәк.
Ошо маҡсатта Элеватор урамындағы ташландыҡ бинала реконструкция эштәре башланған. Күләмле проект Хөкүмәт йортонда үткән «Инвестиция сәғәте»ндә лә хупланды. Компания Башҡортостанда 2009 йылдан алып уңышлы эш алып бара.
Төп производство майҙандары элекке Үтә теүәл станоктар заводында урынлашҡан. Яңы бинала станоктар, автомобилдәр төҙөлөшө, авиация сәнәғәте өсөн төрлө деталдәр етештереләсәк. Юғары интеллектуаль технологияларҙы үҙләштереү импортты алмаштырыу йүнәлешен әүҙемләштерер тип көтөлә.
«Инвестиция сәғәте»ндә федераль трассаларҙа автомобиль газ йыйыу компрессор станциялары төҙөлөшө проекты ла ҡаралды. Компания был йүнәлешкә дүрт йыл эсендә миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә ниәтләй. Эшлекле осрашыуҙа төҙөлөшкә ер участкалары бүлеү, проектты субсидиялау мәсьәләләре ҡаралды.
Гөлназ Хәйбуллина