“Ата-әсәйем менән ғорурланам. Улар беҙҙе тырыш, егәрле һәм яуаплы булырға өйрәтте”

Шулай тип белдерҙе Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан өлгөлө ғаиләләрҙе бүләкләү тантанаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов. Бөгөн йырсының атаһы һәм әсәһе “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалына лайыҡ булды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өфөнән Сәйетбатталовтар ғаиләһендә 8 бала тәрбиәләнә. “Беҙ бергә уйнайбыҙ, ял итәбеҙ һәм дәрес әҙерләйбеҙ”, - ти Карина һәм Рафаэль Сәйетбатталовтар.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөнгө тантанала ҡаһарман улдар тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә бүләкләнде. Дәүләт наградаларын Республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.