Башҡортостан Хөкүмәтендә баскетболды үҫтереү программаһы ҡаралды

Документ 2024 йылғаса иҫәпләнгән. Беҙҙең республикала баскетбол волейбол һәм футболдан ҡала, күмәк кеше шөғөлләнгән спорт төрҙәренән иҫәпләнә. 60 меңгә яҡын кеше баскетбол уйнай. “Уфимец” тигән профессиональ клуб бар, шулай уҡ “Толпар” тип исемләнгән студенттар ассоциацияһы эшләй, “КЭС-БАСКЕТ” лигаһында мәктәп уҡыусылары командалары сығыш яһай. Хөкүмәт ултырышында баскетбол хәрәкәтен артабан үҫтереү буйынса саралар күрергә ҡушылды.