Республиканың иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” программаһы буйынса ойошторола. Социаль турҙарға ярашлы, оло йәштәгеләр Өфө, Бөрө ҡалалары, “Янғантау”, “Торатау” геопарктары, Шүлгәнташ мәмерйәһендә булған. Сәйәхәттә ҡатнашыусылар киләсәктә лә программаны дауам итеүҙәрен үтенә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә программаны дауам итергә һәм квотаны арттырырға ҡушты. Киләсәктә 10 меңдән ашыу оло кеше йыл һайын бушлай сәйәхәт итә ала.