Р. Хәбиров Мәскәү өлкәһендә Үҙәк ҡулса автомобиль юлын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында ҡатнашты

Сара видеоконференция режимында үтте. Юлдың был участкаһында автомобиль хәрәкәтенә ил Президенты Владимир Путин старт бирҙе. Трасса 13 федераль юл менән киҫелешә. Ул М-11 “Мәскәү - Санкт-Петербург” юлын М12 “Мәскәү – Ҡазан – Екатеринбург” трассаһын бәйләй. М12 автомобиль юлының дөйөм оҙонлоғо 810 километр. Юл Татарстан, Башҡортостан республикалары, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе аша үтә.