Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин “Фән сәғәте” форматында кәңәшмә уҙғарҙы

Ул видеоконференция режимында үтте. Кәңәшмәлә профилле министрлыҡ-ведомстволар етәкселәре, төбәк университеттары ректорҙары ҡатнашты. Донья кимәлендәге Евразия фән-мәғариф үҙәгендә йәштәр лабораторияларын ойоштороу мәсьәләһе буйынса фекер алышыу булды. Рәсәйҙә 2018 йылдан “Фән” милли проекты сиктәрендә фәнни ойошмалар һәм юғары уҡыу йорттары базаһында 380 йәштәр лабораторияһы асылған. Уларҙың етәкселәре һәм төп хеҙмәткәрҙәре – 39 йәшкә тиклемге ғилми белгестәр.