Мәҙәниәт берләштерә. Бөтә донъя Фольклориадаһы

“Фольклориада Башҡортостанды бар донъяға танытты. Был саранан һуң, республикаға килеүсе туристар артыр”. Фестиваль барышын ҡарап барған яҡташтарыбыҙҙың күбеһе ошондай фекерҙә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Танылған ғалим Розалия Солтангәрәева фекеренсә, Өфөгә килгән төрлө милләт вәкилдәрен тыныслыҡ илселәре тип атарға мөмкин. Улар донъя халыҡтарының именлектә һәм татыулыҡта йәшәүен теләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн фольклориадала ҡатнашыусылар Белорет, Ишембай, Благовещен һәм Илеш райондарында сығыш яһай. Өфөлә көндөҙгө сәғәт 2-лә Салауат Юлаев майҙанында концерт ҡарарға була. Киске 6-ла “Фольклориада йөрәге”ндә сағыу тамаша башлана. Фестивалдең иң билдәле ҡатнашыусыларының береһе - Рәсәйҙең “The Hatters” джипси-фолк-рок төркөмө. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы саранан тура тапшырыу алып бара.