Быйыл Башҡортостанда 165 торлаҡ йортта 458 лифтты алмаштырыу планлаштырылған

Подрядсы ойошмалар төҙөлөш-монтаж эштәрен май айында башланы. Бөгөн 93 йортта 248 яңы лифт ҡуйыла. Улар Техник күҙәтеү хеҙмәте белгестәре тикшереп сыҡҡандан һәм йортта йәшәүселәр хуплағандан һуң ғына файҙаланыуға тапшырыла.