Башҡортостан хәрби комиссариатынан 13 егет Рәсәй оборона министрлығының фән роталарына алынған

Уларҙың һигеҙе хеҙмәтте Анапа ҡалаһындағы “Эра” хәрби инновацион технополисында, ҡалғандары Кострома һәм Санкт-Петербургта үтә. Хәрби хеҙмәтте фән роталарында үтеү яңы белем алыу, яңы проекттар әҙерләүҙә ҡатнашыу мөмкинлеген бирә. 6 йыл эсендә Башҡортостандан фән роталарына 90-ан ашыу һалдат оҙатылған.