Башҡортостанда коронавирустан үлеүселәр һаны 640-ҡа етте

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, уҙған тәүлектә 5 кеше йоғошло сир ҡорбаны булған, тағы 195 кешелә COVID-19 асыҡланған. Пандемия башланғандан алып, коронавирус йоҡтороусылар һаны 43 меңгә яҡын булды. Республикала вакциналау дауам итә. Әле 405 меңдән ашыу кеше прививканың ике компонентын да эшләткән.