Бөгөн сит ил коллективтары Белорет, Ишембай, Благовещен һәм Илеш райондарында сығыш яһай. Өфөлә иһә“Фольклориада йөрәге” тибә. “Ватан” этнопаркында төп сәхнәлә бер аҙҙан тамаша башлана. Унда сит ил коллективтары һәм саҡырылған артистар ҡатнаша. Палестина, Белорусия, Румыния, Камерун ансамблдәре, шулай уҡ The Hatters төркөмө сығыш яһай. Тамашаны БСТ каналы тура эфирҙа күрһәтә.