Республика Башлығы Радий Хәбиров “Юғары әҙерлек тәртибе” указына үҙгәреш индерҙе. Документта билдәләнеүенсә, Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығы эш биреүселәргә 19 июлде ял көнө булараҡ иғлан итергә кәңәш биргән. Коронавирус таралыуҙы сикләү өсөн шундай тәҡдим индерелгән. 20 июлдә Ҡорбан ғәйете билдәләнә. Республика Хөкүмәте ҡарары буйынса, дини байрамдар рәсми ял көнө һанала. Шуға быйыл июлдә Башҡортостанда 4 көнлөк ял булыуы ихтимал.