Бүздәк һәм Благовар райондарында юл төҙөлөшөнә яҡынса 7 миллиард һум бүленә

“Приуралье” автомобиль юлдары федераль идарылығы М-5 трассаһын төҙөкләндереүсене эҙләй. Дәүләт һатып алыуҙары сайтында заказ урынлаштырылған. 16 километр оҙонлоғондағы дүрт һыҙатлы юлда яңы асфальт түшәлә, билдәләр алмаштырыла, ҡоймалар ҡуйылырға тейеш. Яңыртылған трасса 2024 йылдың сентябрендә файҙаланыуға тапшырыла.