Республикала коронавирусҡа бәйле сикләү саралары 12 июлдән 26-на күсерелә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һүҙ кафе-ресторандар, матурлыҡ салондары, фитнес-клубтар һәм ҡала-ара транспорт менән файҙаланғанда вакцинация йә иһә уны эшләтергә ярамау йәки ПЦР-тестының сирҙе иҫбатламауы тураһындағы справкалар булыуы тураһында бара.

Указға был туралағы үҙгәрештәрҙе республиканың эшлекле даирәләре вәкилдәре мөрәжөғөте һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль хеҙмәте идаралығы белгестәре менән консультация уҙғарғандан һуң Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров индерҙе.

Күҙәтеү ведомствоһы шулай уҡ эш биреүселәргә хеҙмәт хаҡын һаҡлап 19 июлде ял көнө тип иғлан итергә тәҡдим иткән.

Гөлдәриә Йосопова