Башҡортостанда уҙған тәүлектә алты кеше коронавирус ҡорбаны булған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, тағы 196 кешелә COVID-19 асыҡланған. Пандемия башланғандан алып, коронавирус йоҡтороусылар һаны 42 мең 741-гә етте, 635 кеше сирҙән вафат булды.

Республикала коронавирустан вакциналау дауам итә. Әле 400 меңгә яҡын кеше прививканың ике компонентын да эшләткән.