Өфөлә вакцина яһатыу тураһында ялған белешмә һатыусыларға һунар башланды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Полиция ҡырын эш менән шөғөлләнгән 20 йәшлек егетте эләктерҙе. Уға ҡарата мутлашыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсе быға тиклем дә яуаплылыҡҡа тарттырылған булып сыҡҡан.

Вакцина белешмәләренә ихтияж булыуы асыҡланғас егет сертификаттарҙы фотошоп ярҙамында эшләп интернет селтәрендә һатыуға ҡуйған. Ялған документ өсөн ул 4 мең һум аҡса һораған. Белешмәлә привика эшләтеү көнө хатта табиптың исем-шәрифтәре лә күрһәтелгән. Әммә был сертификаттар мәғлүмәт базаһында урын алмаған.

Тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре егет менән осрашыу билдәләп, ялған документтарҙы ҡулға төшөргән һәм ғәйепләнеүсене бығаулаған.

Рафиҡ Әхмәтшин