Республика йылға-күлдәрендә утыҙ кешенең ғүмере өҙөлгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Миҙгел башланыу менән республика йылға-күлдәрендә утыҙ кешенең, шул иҫәптән ун баланың ғүмере өҙөлгән. Күңелһеҙ осраҡтар башлыса һын инеү рөхсәт ителмәгән урындарҙа теркәлгән.

Халыҡты оло бәләнән аралау маҡсатында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә профилактик рейдтар ойоштора. Ял итеүселәрҙе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртәләр. Төбәктә быйыл йөҙҙән ашыу махсус йыһазландырылған пляж иҫәпләнә.

Өфөләге объекттарҙа граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылар көн дауамында дежурлыҡ алып бара. Дим биҫтәһендәге күлдә һыуҙа беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Зыян күреүсенең йөрәк тибеше туҡтағанда уны яһалма тын алдырыу, күкрәгенә дөрөҫ массаж эшләү мотлаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина