Урындағы хеҙмәткәрҙәр теплица шарттарында сит илдәрҙән килтерелгән экзотик үҫемлекте үрсетә. Ананас башлыса импорт продукция, тропик һәм субтропик климатлы яҡтарҙа – Бразилия, Коста-Рика, Таиланд, Ҡытай һәм Һиндостанда киң таралған.
Ниһайәт, Башҡортостанда ла селекция эшен йәнләндерергә ниәтләйҙәр. Әлегә майҙандар ҙур түгел, ун көршәктә үҫтерелә. Ананасты өй шарттарында ла ҡарарға мөмкин. Аҙнаһына ике тапҡыр ғына һыу һибергә кәрәк, 21-27 градус температура режимы талап ителә. Ят үҫемек шулай уҡ ул яҡтылыҡты ярата.
Гөлназ Хәйбуллина