Фольклориадала ҡатнашыусылар республика райондары һәм ҡалалары буйлап сәфәрен дауам итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн тамашалар Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Асҡын райондары һәм Сибай, Нефтекама ҡалаларында үтте.

Башҡалабыҙ Өфөнөң Ватан этнопаркы сәхнәһендә Үзбәкстандан «Ҡарағалпаҡ» дәүләт фольклор ансамбле, Төньяҡ Американан Мексика артистары һәм кисен фестивалдең хедлайнеры –Ҡаҙағстандан «Олотау» этнорок төркөмө сығыш яһаны. Халыҡсан тамашасыларҙан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Үзбәкстан тигәндә күҙ алдына мамыҡ плантациялары, боронғо манаралар күҙ алдына баҫа. Төрки халыҡ ҡараҡалпаҡтарҙың ғөрөф ғәҙәттәрен, йолаларын «Айҡулаш»дәүләт ансамбле аша быуындан-быуынға күсереп килә. Ҡараҡалпаҡтарҙың көйҙәре, бейеү тыпырлауҙары башҡорттоҡона оҡшаш. Мосомандарға хас тыйнаҡлыҡ, уларҙың ым-хәрәкттәрендә лә сағыла. Унлаған сығышты талғын көйҙәргә , халыҡсан бейеүҙәргә сарсаған тамашасы йылы ҡабул итте.

«Байарта Азтека» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә нигеҙ 2003 йылда һалынған. Мексикалылар тиҫтәлән бейеү алып килгән. «Ватан» этнопаркы сәхнәһенән яңғыраған йыр-моңдарҙа Төнъяҡ Американы төйәк иткән мексика халҡының тормош-көнкүреше, шөғәлдәре, холоҡ-фиғелдәре сағыла.

Тамашалар тынлы оркестр оҙатыуында күрһәтелде.Мексика ҡатын-ҡыҙҙарының милли сәхнә кейемендәре иң сағыу төҫтәрҙән нығышланған. Уларҙың сәхнә хәрәкттәре ышаныслы һәм етеҙ. Ир егеттәр сәскә-ҡыҙҙар эргәһендә бөтөрөлә. Утыҙ ете кешенән торған коллектив сығышын тамашасы көслө алҡыштарға күмде.

Өфө сәхнәһендә тәүгә сығыш яһаныҡ. Башҡортостандың баш ҡалаһында күңелем хистәргә тулды, онотолмаҫ тәьҫоратттар алдым. Өфөләге дуҫтар үтенесе буйынса «Өфө йүкәләре» көйөн өйрәнә башланым.

Минге Аррелано, музыкант /Мексика/

Алтынсы халыҡ ара-фольклориада ҡатнашыусы һәр милләт вәкиле быуаттар төпкөләнән килгән мәҙәни һәм рухи ҡоматҡылар менән таныштыра, илдәр һәм ҡатғалар араһында дуҫлыҡты һәм татыулыҡты нығытыусы күпер ҙә булып тора.

Төнъяҡ Американан, Мексиканан килгән фольклор коллективы тамашасыларҙы дәртле бейеүҙәре,моңло йырҙары, сағыу сәхнә костюмдары һәм ихласлығы менән әсир итте. Улар бөтәһе лә Өфөлә үткән моң байрамынан ыңғай тәьҫораттар алған һәм йәшәһен Башҡортостан һәм Мексика тип маҡтау һүҙҙәре әйтә.

Халыҡ-ара фольклориаданың билдәле ҡунағы Ҡаҙғстандың «Олотау» этнорок төкөмө Өфө сәхнәһендә үҙенең егерме йыллыҡ юбилейын ҡаршыланы. Халыҡ-ара фольклориадала билдәле коллективтың сығыш яһауы сараға мәртәбә өҫтәне, төрлө милләт һәм ҡитғалар халыҡтарын моң аша берләштерергә булышлыҡ итте.

Шулай уҡ донъяның төрлө илдәре артистары сығыштары Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Асҡын райондарында, Сибай һәм Нефтекама ҡалаларында үтте. Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтары бөгөнгө тамашаларҙан дә рух күтәренкелеге һәм яҡшы кәйеф алды.

Гүзәл Борханова