Был хаҡта илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә ҡарата юғары әҙерлек тәртибенә үҙгәрештәр индереү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр 12 июлдән 26 июлгә күсерелә. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Башҡортостандың стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге хеҙмәткәрҙәре өсөн вакцинация үтеүгә махсус көн билдәләнгән һәм етенсе ҡатта бүлмә бүленгән. Халыҡ менән тығыҙ эшләгән хеҙмәткәрҙәр үҙ теләге менән вакцина яһатырға килгән. Уларҙы участка терпевты Анна Окунева йылы ҡаршылай. Һаулыҡ торошо хаҡында мәғлүмәт тулы алғандан һуң, хеҙмәткәрҙәргә вакцина эшләйҙәр. Предприятиела гамковид менән вакцинациялау ҡаралған.
Төбәктә вакцинациялау темпы юғары. Башҡортостан Башлығына эшлекле даирәләр вәкилдәре вакцинациялау ваҡытын оҙайтыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.
Вакцинациялауҙа сауҙа хеҙмткәрҙәре үҙҙәре лә әүҙемлек күрһәтә. Ҡайһы бер предприятиеларҙа вакцина эшләтеүселәр 80 проценттан ашҡан. Башҡортостан Башлығы исеменә йүнәлтелгән хатында, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы етәксеһе Анна Козак, короновирус инфекцияһына ҡарата хәлде анализлап, дөйөм туҡланыу ойошмаларында КОВИД -19 менән зараланыу осраҡтары теркәлмәүен билдәләгән.
Санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәгәндә ковидҡа ҡаршы саралар мөҙҙәтен оҙайтырға ла мөмкин тип белдерҙе. Тап ошо хат нигеҙендә республика Башлығы юғары әҙерлек режимы хаҡында указға үҙгәрештәр индерҙе.
Өфөләге билдәле ҡәһүәхана селтәре лә КОВИД -19-ға ҡарата сикләүҙәрҙе күсереүгә ыңғай ҡарашта. Пицерия хужалары ла Башҡортостанда Италияға ҡарағанда күпкә тынысыраҡ тигән фекерҙә.Италияла пандемяға ҡаршы ҡулланылған сикләүҙәр безнесты бөтөләй юҡҡа сығарҙы ти улар. Ғаилә халыҡты вакцинация үтергә саҡырҙы.
Медицина даирәләре лә юғары әҙерлек тәртибенә үҙгәрештәр тураһындағы указға фекерен белдерҙе. Вакцинациялау ауыр сирҙән берҙән-бер ҡотлоу юлы тигән ҡарашта Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов.
ПЦР тест һөҙөмтәһе билдәле булғансы Башҡортостанға сит илдәрҙән килеүселәр һәм транзит менән үтеүселәр изоляция талаптарын буйһонорға тейеш. Башҡортостанда йәшәүселәр һуңғы 12 айҙа прививка эшләтһә йәки ярты йыл эсендә КОВИД менән ауырыһа, ПЦР-тест талап ителмәй.
Гүзәл Борханова