Сит яҡтарҙа йәшәп тә кесе Ватанын онотмаған яҡташтар Саҡмағош районында ла етәрлек. Ошо көндәрҙә төбәк тарихы тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға менән тулыланды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Тыуған ер йәннәт, һыуы шәрбәт, тип юҡҡа ғына халыҡта әйтелмәй. Саҡмағош районынан сыҡҡан Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, әлеге ваҡытта илдең ҡеүәтле предприетиеларының береһен етәкләгән Данис Шәрипов район үҙәге шишмәһен төҙөкләндерҙе. Шул уҡ ваҡытта һыу сығанағына Гигиена һәм эпидемилогия үҙәге белгестәре тарафынан лаборатория тикшереүе лә уҙғарылды.
Район етәкселеге «Атайсал» проектының Саҡмағошта уңышлы тормошҡа ашырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Проект башланғыс алғанға тиклем дә төбәк меценанттары тыуған яғына ярҙам күрһәтер булған. Сираттағы күләмле эш шишмә сынанағын төҙөкләндереүгә ҡайтып ҡалды. Уны асыу тантанаһынан билдәле халыҡ артистары ла ситтә ҡалманы. Изге эште хуплап улар матур йырҙарын бүләк итте.
Элек-электән кешеләр яҡшылыҡҡа, хәйерле эштәргә ынтылған. Шуға ла игелекле эштең иртәһе-кисе юҡ, ти халыҡ. Булдыҡлы, миһырбанлы яҡташтарының ғәмәлдәре башҡаға үрнәк тә булып тора. «Әсәйҙәр шишмәһе» эргәһендә күңел биреп ял итеү өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Ә һыуҙың шифаһы йәнгә сихәт кенә.
Азат Ғәлиуллин