Өфөлә "Рус Витяздары" юғары пилотаж төркөмө авиашоу күрһәтә

Бөтә донъя фольклориадаһы йомғаҡлау тамашаһында Рәсәй хәрби һауа көстәренең “Русские Витязи” юғары пилотаж төркөмө авиашоу күрһәтә. Уны Ағиҙел йылғаһы яры буйынан күҙәтергә мөмкин. “Русские Витязи” донъяла берҙән-бер истребителдәрҙә юғары пилотаж күрһәтеүсе төркөм.