Документҡа CIOFF® Президенты Филипп Боссан һәм үҙәктең генераль директоры Артур Әлибәков ҡул ҡуйҙы. Килешеү матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау, таратыу һәм килер быуындарға тапшырыу маҡсатында хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙаллай. 37 дәүләттән килгән делегация вәкилдәре иҫтәлекле ваҡиғаның шаһиты булды. Милли делегаттар ултырышында килер быуындарға мөрәжәғәт яҙылды һәм ваҡыт капсулаһына һалынды. Хат нәсихәт һүҙҙәре һәм изге теләктәрҙән тора. Сарала ҡатнашыусылар ваҡыт капсулаһын төрлө символдар менән байытты. Унда аҡса, биҙәүестәр, музыка ҡоралдары һалынды.
Башҡортостанда үткән Бөтә донъя фольклориадаһы тарихта иң яҡшы сараларҙың береһе булып ҡаласаҡ. Беҙҙең республика – Рәсәй халыҡтарының сағылышы. Беҙ донъяға татыулыҡ һәм дуҫлыҡта йәшәү өлгөһөн күрһәттек. Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры, фестивалдең башҡарма директоры Артур Әлибәков шулай тип белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФольклориаданы ябыу тантанаһы бөгөн үтә. Ул 17 сәғәттә башлана. Программа буйынса авиашоу, Пятницкий исемендәге дәүләт хоры сығышы, 18 илдән килгән коллективтар концерты ҡаралған. Бөгөнгө тамашала шулай уҡ Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм “Арғымаҡ” төркөмө ҡатнаша. Фестивалдең иң билдәле ҡатнашыусыһы Эмир Кустурица. Танылған серб режиссеры һәм музыканты беҙҙең республикала 2019 йылда “Евразия йөрәге” фестивалендә сығыш яһағайны. Бөгөн журналистар менән осрашыуында ул “Башҡортостанда матур кешеләр йәшәй, тәбиғәтегеҙ ҙә гүзәл. Фестивалдәр – донъя мәҙәниәтенең төп көсө. Бөгөн шәп концерт буласаҡ. Беҙ кешеләрҙе бәхетле итергә теләйбеҙ”, - тип белдерҙе. Байрам сағыу фейерверк менән тамамлана. Сараға инеү бушлай. “Битлек кейеү мотлаҡ”, - тип хәбәр итә ойоштороусылар.