Кумертау янғын һүндереү вертолеттары МАКС-2021 Халыҡ-ара авиация-космос салонында ҡуйыласаҡ

Кумертау заводының модернизацияланған янғын һүндереү вертолеттары МАКС-2021 Халыҡ-ара авиация-космос салонында ҡуйыласаҡ. Әле һауа техникаһы транспортлауға әҙерләнә. Ҡеүәтле предприятие башҡа ҙур заказдар өҫтөндә лә эшләй, алда ла ҙур маҡсаттар тора.

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән «Ростех» авиация комплексы индустриаль директоры Анатолий Сердюковтың Күмертауға эш сәфәре барышында белдерелде. Үҫеш йүнәлештәре хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Иҡтисади ҡатмарлыҡтар кисергән Күмертау авиация предприятиеһына яңы һулыш өрөлгән. 2020 йылда цехтарҙа дүрт вертолет йыйылған һәм 4 һауа транспорты тулыһынса яңыртылған. Быйылға маҡсаттар тағы ла олораҡ, 7 вертолетты һатыуға сығарыу, 15-ен модернизациялау ҡарала. Ә бер нисә йыл элек кенә донъя кимәлендә танылыу яулаған тарихи предприятие ябылыу алдында инде. Әммә Республика етәкселеге заводты һаҡлап ҡалыуға һәм үҫеш этабына сығарыуға өлгәшә.

Әле Республикала берлектәге эш төркөмө ойошторолған, унда Башҡортостан вәкилдәре лә, «Ростех» һәм «Рәсәй вертолеттары» компаниялары белгестәре лә инә. Заводтың етештереү ҡеүтәен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса саралар планы әҙерләнгән.Уға ярашлы заказдар күләмен арттырыу, бәйләнештәрҙе нығтыу өҫтөндә эш алып барыла.

Был вертолет юҡҡа ғына сауҙа кәштәһенә һатыуға ҡуйылған һымаҡ полиэтилен менән уратып ҡуйылмаған. Ул июль башында Мәскәү эргәһендәге Жуковский ҡалаһында уҙасаҡ халыҡ ара авиация космос күргәҙмәһендә ҡуйыласаҡ. Был һауа транспорты янғын һүндереү өсөн ҡулайлаштырылған һәм яңыртылған модель. Уның багына автоматлаштырылған рәүештә һәм ни бары бер минут эсендә дүрт тонна һыу тултырырға мөмкин.

Эш сәфәре барышында ла модернизацияланған төрҙәрҙе донъяуи кимәлдә танытыу, бәйләнештәрҙе киңәйтеү, яңы эш йүнәлештәрен үҙләштереү, йәғни етештереүҙе диверсификациялау тураһында ла һүҙ барҙы.

Бынан тыш, заводта ташламалы финанслау механизмдары ла ҡарала. Һүҙ Рәсәй сәнәғәтте үҫтереү фондынан займдар йәлеп итеү хаҡында ла бара. Анатолий Сердюков билдәләүенсә, «Ростех»тың Башҡортостан менән уңышлы хеҙмәттәшлек тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәре лә үҙләштерә башлаған.

Күмертау авиация предприятиеһы әле яңы йүнәлештәрҙе лә үҙләштерә. Халыҡ-ара күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ һауа транспорты шуларҙың береһе. Бында Республика мәнфәғәте өсөн Ка-32 янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу вертолеты ла йыйыласаҡ. Был бурысты заводҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы ҡуйҙы.

Рәмзиә Кәримова