Фольклориадала был дәүләттән Милли гвардия бейеү һәм йыр ансамбле ҡатнаша. Уның солисы Бауыржан Алтынбәков яҡынының Башҡортостанда йәшәүе тураһында белдергәйне. Бөгөн Бауыржан өләсәһенең туғаны Рафаэль Хәсәнов менән осрашты. “Хәҙер даими аралашып торасаҡбыҙ”, – ти улар.
Түбәнге Тагилдан музыкаль сәләм. Бөтә Донъя Фольклориадаһы тамамланыуға бәйле Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Наталья Воронина органда уйнап, социаль селтәрҙәр аша Башҡортостан мәҙәниәтенә һөйөүен белдерҙе. Бер быуатлыҡ музыка ҡоралы Норвегиянан килтерелгән.
Рафиҡ Әхмәтшин