Июлдең һәр икенсе йәкшәмбеһендә Рәсәй почтаһы көнө билдәләнә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Тармаҡ белгестәре рәсми рәүештә 28-cе тапҡыр һөнәри байрамын ҡаршылаясаҡ. Интернет-технологиялар тиҙ үҫешеүгә ҡарамаҫтан, почта хеҙмәтенә ихтыяж кәмемәй. Көн һайын республика бүлексәләрендә генә ике йөҙ меңгә яҡын хат, егерме мең посылка таратыла.

Бынан тыш, аҡса күсереү, коммуналь түләүҙәр ҡабул итеү, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын ойоштороу кеүек эштәр ҙә башҡарыла. Төбәктә почта элемтәһе үҫеше мөмкинлектәре хаҡында киләһе яҙма.

Хаттарҙан тыш, сумкаға гәзит-журналдар, квитанциялар ҙа һалына. Кушнаренко районы Әхмәт ауылы почта бүлексәһе хеҙмәткәре Нурия Хаматдинова көнөнә ун саҡрымдан ашыу юл үтеп, дүрт йөҙгә яҡын йортто урап сыға.

Эш көнө иртәнге туғыҙынсы яртынан башлана. Почта бүлексәһенә барып, хат-посылкаларҙы ҡарап алам. Һуңынан адрестар буйынса йөрөйөм. Һөнәремде яратам, бында ҙур яуаплылыҡ талап ителә.

Нурия Хаматдинова, Әхмәт ауылы почта бүлексәһе хеҙмәткәре

Нурия Хаматдинованың хеҙмәт стажы ун һигеҙ йыл. Селлә эҫе, сатлама һыуыҡ булһынмы, ул һәр ваҡыт сафта, эшен яуаплы башҡара. Һәр йорт хужаһы ла хат ташыусыны ҡыуанып ҡаршы ала.

«Рәсәй почтаһы»ның төбәк филиалында бөгөн 9 меңгә яҡын кеше эшләй. Июлдән компания белгестәренең бер өлөшөнә хеҙмәт хаҡын арттырыуға утыҙ ике миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Ауыл-ҡала бүлексәләрен, автомобиль паркын яңыртыу, күрһәтелгән хеҙмәт исемлеген киңәйтеү буйынса ла әүҙем эш алып барыла.

Коронавирус пандемияһына бәйле һуңғы ике йылда почта хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын киң билдәләмәй. Сикләү саралары шарттарында эшләүен дауам итә. Һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта. Төбәктә тармаҡты үҫтереүгә лә иғтибар юғары.

Быйыл Өфө янында почтаның заманса логистика үҙәге асыласаҡ. Әле биләмәлә төҙөлөш эштәре бара. Инвестициялар күләме миллиард ярым һумдан ашыу. Яҡынса алты йөҙ яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Үҙәк асылыу менән Рәсәй буйынса посылка, тауарҙарҙы тапшырыу ваҡыты кәмеп, күрһәтелгән хеҙмәт сифаты яҡшырасаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина