Кисә Өфөлә халыҡ-ара фестивалде ябыу тантанаһы уҙҙы. Республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советы – CIOFF Президенты Филипп Боссанға Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды. Филипп Боссан беҙҙең республикала үткән Фольклориаданы юғары баһаланы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто етәксеһе Тамара Пуртова ла Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Тамара Пуртова әйтеүенсә, беҙҙең республика донъя кимәлендә Рәсәйҙе лайыҡлы күрһәтте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт8 көн дауамында 22 район һәм ҡалала үткән сараларҙа 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 28 концерт майҙансығында 61 тамаша ойошторолдо. “Сит ил ҡунаҡтары республика халҡының ихласлығы һәм ҡунаҡсыллығына хайран ҡалды”, - ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт6-сы Бөтә донъя Фольклориадаһын ябыу тантанаһында билдәле серб режиссеры, йырсы Эмир Кустурица һәм The NoSmoking Orchestra төркөмө сығыш яһаны. Музыкант тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөтә донъя Фольклориадаһында 37 илдән коллективтар ҡатнашты. Башҡортостанға 1 меңдән ашыу бейеүсе, йырсы һәм кәсепсе килде. Халыҡ-ара фестиваль барышында ике донъя рекорды ҡуйылды. Дуҫлыҡ әйлән-бәйләнендә 57 илдән 71 милләт вәкиле ҡатнашты.