Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә ике кеше батып үлгән

Республикала һыу ҡорбандары арта. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә ике кеше батып үлгән. Күмертауҙа ҡала быуаһынан 62 йәшлек ир кәүҙәһен сығарғандар. Благовар районы Викторовка ауылында 43 йәшлек ир һыу ҡорбаны булған. Йыл башынан республикала 94 кеше, шул иҫәптән 14 бала, һыуҙа батып үлгән.