Тәтешлелә янғын датчигы ярҙамында күп балалы ғаилә ҙур фажиғәнән ҡотола алған

Район үҙәге – Үрге Тәтешлелә кисә кис ағас йорт янған. Өй хужаһы янғынды иҫкәртеүсе ҡулайлама тауышын ишетеп ҡалып, янған йорттан ғаиләһен сығарып өлгөргән. Датчик 2019 йылда күп балалы ғаиләгә льготалы программа буйынса бирелгән.