Өфө амфитеатрында бер нисә минут элек кенә тамамланған фольклор байрамын эксперттар юғары кимәл өлгөһө тип баһалай һәм Олимпия уйындарына тиңләй. Башҡортостан был көндәрҙә донъя халыҡтары мәҙәниәте үҙәгенә әүерелде.
37 илдән килгән ҡунаҡтар Республика район-ҡалаларында 500-ҙән ашыу концерт программаһы менән сығыш яһаны, уларҙы 3 миллиондан ашыу халыҡ тамаша ҡылды. Күләмле сара ҡунаҡтарҙың иң сағыу номерҙарын туплаған бай йөкмәткеле программа менән тамамланды.
Зәңгәр экрандар аша Еңеү парадтарында ғына күргән «Рус витяздары» был юлы Өфө һауаһың иңләй. 30 йыл элек ойошторолған юғары пилотаж төркөмө Фольклориадаһы асыу тантанаһы алдынан халыҡ өсөн сағыу авиашоу ойошторҙо. Һуңғы быуын истребителдәренең техник мөмкинлектәренә хайран ҡалырлыҡ. Улар, хатта, һауала туҡталыш яһай ала.
Авиашоу байрамдың үҙенсәлекле биҙәге. Әммә Фольклориаданың төп тамашалары сәхнәлә бара. Мәҫәлән, данлыҡлы Пятницкий хорының сығышы йыр-моң яратҡан һәр тамашасы өсөн оло бүләк.
Сәхнәлә Фольклориадала ҡатнашҡан барлыҡ милләттәр ҙә мәҙәни байлыҡтарын бар тулылығында сағылдырырға тырыша. Башҡортостан исеменән Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһай. Миләүшә Хәйбуллина әйтеүенсә, хужалар иңендә икеләтә яуаплыллыҡ ята.
Фольклориада төрлө мәҙәниәттәр менән таныштырыу сараһы ғына түгел, ул дуҫлыҡ, берҙәмлек байрамы ла. Һәр бер ҡатнашыусы үҙе менән ошо көндәрҙең бәләкәй генә бер өлөшөн булһа ла алып ҡайтырға тырыша. Эстониянан Криста Тельдмаркер милли уйын ҡоралы ҡурайҙы һатып алған, әлегә моң сығарырлыҡ түгел, әммә ул Фольклориада иҫтәлеге булараҡ ҡиммәтле.
Ә үзбәк делегацияһы өсөн башҡорттарҙың милли-мәҙәни хазиналары яҡшы таныш. Ҡарағалпаҡтарҙан торған ансамль ағзалары башҡорт телен тәржемәсеһеҙ ҙә аңлай.
Халыҡ-ара фольклор байрамы ҡатнашыусылар өсөн генә түгел, тамашасылар өсөн дә оло байрам. Таңсулпан Биҡҡужина Мәскәүҙә йәшәй, тыуған яғына бер көнгә булһа ла Фолклориада һулышын тойоу өсөн ҡайтҡан.
Фольклориаданы ябыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән СИОФ президенты Филипп Боссан да сығыш яһаны. Улар Республикала үткән сараларҙы юғары кимәл өлгөһө тип баһаланы.
Алтынсы Бөтә донъя фольклориадаһы тарихҡа күсә. Башҡортостан халҡына был миҙгел хаҡында ваҡыт капсулаһы һәм дуҫлыҡ селтәре хәтерләтеп торасаҡ. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе был юлы халыҡ-ара сарала ҡатнашҡан халыҡтарҙың тәңкәләренән йыйылған. Ул Республиканың Милли музейында һаҡланасаҡ. Ә иң ҙур байлыҡ – халыҡ-ара фольклор байрамы ҡалдырған тәьҫораттар.
Бер аҙна дауамында Өфөнө генә түгел, тотош республиканы донъя халыҡтары мәҙәниәтенең йөрәгенә әйләндергән Фольклориада тамам. Хәҙер ысын мәғәнәһендә һәм оло ғорурлыҡ менән Башҡортостан мәҙәни хазиналар осрашҡан ерлек тип әйтергә мөмкин. Был сағыу миҙгел тәьҫораттары беҙҙең күңелдәрҙә, фотоһүрәттәрҙә, видеояҙмаларҙа оҙаҡ һаҡланасаҡ әле.
Ә иң мөһиме, Башҡортостан халыҡ ара кимәлдәге олуғ сараларҙы ла лайыҡлы ҡабул итә алыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы, донъяуи майҙанда үҙен йәнә танытты. Фольклориаданы асыу, ябыу тантаналарының олимпия уйындарына торошло тип билдәләнеүе иһә иң юғары күрһәткес.
Рәмзиә Кәримова