Мәкерле сир төҙөлөшкә аяҡ сала

Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, коронавирус пландарҙы үҙгәртеүгә йоғонто яһай. Әммә айырым ҡарай торған йүнәлештәр ҙә бар. Тәү сиратта ул - социаль обьекттар төҙөлөшө. Республикала  ҡеүәтле 9 обьект төҙөлә.

Уларҙың икеһе – Саҡмағош һәм Бөрөләге поликлиникаларҙы быйыл файҙаланыуға тапшырабыҙ. 2022 йылға Өфөнөң Затон биҫтәһендәге поликлиника, Ҡыуатов исемендәге поликлиниканың яңы бинаһы һәм Кардиология үҙәгенең  хирургия корпусы сафҡа инергә тейеш.  Быйыл Башҡортостанда тағы ла 73 фельдшер-акушер пункты эшләй башлай. Планда Өфө онкогематология балалар үҙәге, Баймаҡта балалар поликлиникаһы, Мәсәғүттә шулай уҡ поликлиника төҙөлөшө ҡаралған.