2024 йылда Башҡортостан баш ҡалаһы 450 йыллығын билдәләй. Ошо ваҡытҡа Өфөлә Волейбол һәм Спорт көрәше үҙәктәре, Евразия китапханаһы, Заманса сәнғәт музейы барлыҡҡа килергә тейеш.
Ҙур юбилейға Дәүләт циркы, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры һәм Рус драма театры ремонтлана. Бынан тыш, Өфө аэропорты, баш ҡала урамдары төҙөкләндерелә. Республикабыҙ баш ҡалаһы юбилейы федераль кимәлдә билдәләнә. Рәсәй Президенты Владимир Путин шундай указға ҡул ҡуйғайны.