Республика хужалыҡтары автопаркын яңырта

Йыл башынан 5 миллиард 100 миллион һумға 1 мең 600-ҙән ашыу берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған. Былтырғы осор менән сағыштырғанда, был күрһәткес 45 процентҡа юғары.

Хужалыҡтар ташламалы лизинг программалары менән әүҙем файҙалана. Республика Хөкүмәте һәм “Росагролизинг” компания араһында хеҙмәттәшлек буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылғайны.